Кисерһен ине Аллам.Белеп ҡылған-белмәгәнде,Күреп торҙомо йыһан.Ете ҡат ер аҫтарындаЙылан көйшәй,мин беләм.Ете ҡат асманға менһәм,Һөйөүеңде һиҙенәм.Ете һаны хөрмәтле һан,Етегәнгә тоташа.Башыбыҙҙа ете тишекХоҙайыма олғаша.Ете ҡат ситендә торам,Ҡайҙа илтер юлғынам.Ете һаны юлдаш булғас,Изге яҡҡа боролам.Етегәнкәй юл күрһәтәТабыр өсөн төбәген.Ете һаны бик ҡөҙрәтле-Алға ҡуйыр көҙрәтен......2017 йыл
Гульсира Файзуллина
Гонаһыларым күп булһа,
Кисерһен ине Аллам.
Белеп ҡылған-белмәгәнде,
Күреп торҙомо йыһан.
Ете ҡат ер аҫтарында
Йылан көйшәй,мин беләм.
Ете ҡат асманға менһәм,
Һөйөүеңде һиҙенәм.
Ете һаны хөрмәтле һан,
Етегәнгә тоташа.
Башыбыҙҙа ете тишек
Хоҙайыма олғаша.
Ете ҡат ситендә торам,
Ҡайҙа илтер юлғынам.
Ете һаны юлдаш булғас,
Изге яҡҡа боролам.
Етегәнкәй юл күрһәтә
Табыр өсөн төбәген.
Ете һаны бик ҡөҙрәтле-
Алға ҡуйыр көҙрәтен.
.....2017 йыл