СИРЕНЬ

Сирендәрем инде бөрөләнгән,
Ал ҡояштан ала нурҙарын.
Йөрәк тибә, йөрәк өмөтләнә,
Сирень бит тирбәтә ҡылдарын.
Умырзая ашығып сәскә атҡан,
Белмәй микән ғүмере ҡыҫҡаһын.
Ләззәт биреп ҡала бәндәләргә,
Ә һуңынан китә ҡалдырып.
Муйылдарым Һәләүек буйҙарын
Ап-аҡ күлдәк ҡуйыр кейҙереп,
Йәшлек йылы,муйыл сәскәләре
Иҫкә төшә йәнем өҙҙөрөп.
Иркә яҙҙар килә,иркә яҙҙар,
Инсафлығын белгән кешегә.
Яҙ көндәре йәнгә шундай рәхәт,
Ҡыш көндәре төшөр иҫемә.
Бүләк аҡланына барыр инем
Елдереп тә,булһа йәш сағым.
Имәндәрем наҙлап ҡосор инем,
Иркәләп тә әйтеп : "Ҡартласым."
Сағылыма йүгереп менер инем,
Тирә-йүнде күҙләп алырға.
Йыуаларын тәмләп ҡабыр инем,
Теләгем бер-һиндә ҡалырға.
........2019 йыл.Гөлсирә Фәйзуллина.

Комментарии

  • Комментарий удалён.
  • 26 мар 19:55
    Шундай матур эстәлекле, тыуып үҫкән ерегеҙҙе бөтә булмышығыҙ менән йөрәгегеҙ аша үткәреп һөйөүегеҙҙе күрһәтә алғанһығыҙ. Уны һәр кеше ҡабул итә алырлыҡ матур хәтирәләр кисереп, тыуған еренә һөйөү, йәшлекте һағыныу , мәңге йәш килеш ҡалып йәшәһәң дә йәшәһәң ине тигән һағышлы уйҙар менән йәшәйеште аңлата тип уйлайым. Эйе ҡайтартыла, йәш бара, йәшәрмәйбеҙ. Донъяға бит берәү ҙә мәңгегә килмәй. Әммә ләкин бөтә кеше лә улай күңеленә яҡын итеп ярата белмәй үҙенең тәпәй баҫҡан ерен, башҡа яҡтары маҡтап үҙ яғын , халҡын яманлап йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Шулар кеүек мәхлүк хәлгә ҡалмай ғына үҙебеҙҙе кеше иткән тыуған еребеҙгә кер төшөрмәй иҫән, имен оҙаҡ итеп йәшәргә язһын, Гөлсирә апай. Һеҙ беҙҙең иң зирәк аҡыллы ағинәйебеҙ булып ҡалырһығыҙ ошо фани донъяларҙа.
  • 27 мар 03:43
    Гульсира апай Хез молодец .Атейемда шулай гел Сагыл', Иманлек, Кашалакбаш, кара урман тип безга бесан , утын азерлаганда гел исеилап айта ине. Карангы гурзаре якты булхын тыныс йоклахын Атейем.
    Хезга Гульсира апай Хаулык АЛЛА бирган гумерзарзе йашап шигырзар язып ухебезен табигат турахында йашагеза йашаагез внук внучкаларыгыз менан.
  • 27 мар 06:07
    Рәхмәт, Рәйлә.
  • 27 мар 06:09
    Рәхмәт,Асия.
  • 5 мая 18:20
    Шундай матур күңелле шиғыр гөлсирә апай. Рәхәтләнеп уҡып сыҡтым
  • 6 мая 08:22
    Минең әтием Салихтан ине.Сәлимәләрҙең баҡсаһында әтием ултыртҡан сирень яҙ һайын сәскә ата.Сиренде данлаған шиғырҙарым әтейемә арналған.