Әсәй ҡәҙерҙәрен белдемме тип

Үҙәктәрем ҡайсаҡ өҙөлә
Ғүмер үткән һайын нығыраҡ тоям
Әсәй кәрәклеген үҙемә.
Мин күптәнән үҙем әсәй инде
Олаәсәй ҙә булдым күптәнән
Тик һаман да үҙемә әсәй кәрәк
Айырыла алмайым үткәнәдән.
Һағынам шул,әҙерәк борсолһам да
Уртаҡлаштым һөйләп әсәйгә
Әсәй булған саҡта эс серҙәрем
Булманы шул минең уҙемдә.
Әсәйем йөрәгенә бары һыйған
Оло ҡайғы ,юҡ бар хәсерәт
Барһы өсөн борсолма тип
Йыуатырға булған әҙерәк.
Кисерүен һорайым да бит хәҙер
Беләм инде ул бит кисергән
Борсоуҙарҙы йөрәгемә төйнәп
Купме ғүмер унһыҙ утелгән.
Тыныс йоҡла инде әсәкәйем
Урындарың булһын ожмахта
Төштәремә йышыраҡ кергелә һин
Йәтим итмә мине ысынлап та!
Э Галимова.

Комментарии