Йәш сағында , йәшлек менән үтә,

Бәхет булһын икән ҡартлыҡта ...
Ҡапҡаң асып керер кешең булһын ,
Яңғыҙ асылмаһын яңылыш та...
Сәй эсергә ҡара - ҡаршы , тәмләп
Кешең булһын һәр саҡ яныңда...
Тәме булмағандай яңғыҙ сәйҙең ,
Ял кеүек булмай тиҙәр , ялың да...
Оҙон төндө бер яңғыҙың булһаң ,
Юҡ , һиҙелмәй икән шатлыҡ та...
Бәхет - үҙе тиҙәр , парлап барһаң ,
Етәкләшеп матур ҡартлыҡҡа ...
Ләйлә Ҡадырова

Комментарии