Тирә- яҡты байҡап , әкрен генә ,

менеп барам ғүмер үренә .
Өҫкә менгән һайын юғарыраҡ ,
кемдең кем икәне күренә ...
Кеше күңелен уйлап үткән ғүмер ,
ә минекен кем һуң уйлаған ?
Фани донъяларҙың заялыгын ,
мин икәнмен һуңлап аңлаған ...
Үҙ баһамды беләм , инде күптән ,
шаҡымайым бикле күңелде .
Һөймәгәнгә хәҙер һөйкәлмәйем ,
Ялған дуҫтар янда юҡ инде .
Үҙ юлым бар , тик үҙемә яҙған ,
тайпылмайса яҙһын атларға .
Һаулыҡ , бәхет , күңел тыныслығы ,
насип булһын барлыҡ дуҫтарға !
Сәфинә Ҡусҡарова

Комментарии