Бәхеттәргә юлдар ҡайҙа икән?

Бәхеттәргә юлдар - йөрәктә.
Бәхет һәрсаҡ һеҙҙең ҡулығыҙҙа
Эҙләмәгеҙ уны йыраҡтан.
Бәхеттәргә юлдар ҡайҙа икән?
Бәхеттәргә юлдар - күңелдә.
Яҡты булһа күңел түрҙәрегеҙ
Моңдар булып бәхет түгелә.
Бәхеттәргә юлдар ҡайҙа икән?
Бәхеттәргә юлдар - күҙҙәрҙә.
Матурлыҡты әгәр күрә белһәң
Бәхет балҡыр һәрсаҡ күктәрҙә.
Бәхеттәргә юлдар ҡайҙа икән?
Бәхеттәргә юлдар - хыялда.
Хыял диңгеҙендә йөҙә белһәң
Бәхет булыр һәрсаҡ яныңда.
Рүзилә Гатауллина

Комментарии