Татлы ауылы ҡайҙа, тиҙәр

Бармы күле, тауҙары?!
Йә булмаһа яҡын уға
Ҡайһы йылға ярҙары?!
Көмөш һыулы, саф шишмәһе
Бар Татлы ауылының.
Бер йотомдан тойорһоң,
Һыуһының ҡаныуҙарын.
Тоҡанбаш тип атағандар
Беҙҙең ата- бабалар.
Ситтә йөрөгән ауылдаштар
Һыуын һағынып ҡайталар.
Ә тауҙары һуң--ауылымдың,
Ниндәй ғорур, һәм бейек.
Зәңгәр күккә, болоттарға
Түбәһе тора тейеп.
Ҡымыҙлыҡ йыйырға тип
Йә ҡаҙырға һарына.
Кемдәр генә менмәгән һуң
Дүнәнһуйған тауына.
Йәмле Ҡорғоҙо буйҙарын
Бәләтүр, Әңғәҫтәкте
Йөрәгендә кем һаҡламай
Тыуған ауылы Илмәште.
Осрашайыҡ, күрешәйек
Табылһын саралары.
Хәтирәләрҙе барлайыҡ,
Беҙ бит, бер ауыл балалары!
Зөлфирә Галеева.

Комментарии