Быйыл Башҡортостанда Еңеүҙең 79 йыллығын 124 ҡатнашыусы һәм 39 һуғыш инвалиды билдәләйәсәк, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 майға республикала блокада ла булған Ленинградтың 58 кешеһе һәм ҡамауҙа ҡалған Севастополдең бер, концлагерҙарҙың 48 бәлиғ булмаған тотҡоно һәм 7 298 тыл хеҙмәтсәне йәшәй.
Шул уҡ ваҡытта төбәктә йөҙ һәм унан да өлкәнерәк 150-гә яҡын кеше ғүмер итә.

Комментарии