Меренгалы алма бәлеше 🍎

Ҡамыр өсөн:
🔶80 гр. һыйыр майы
🔶50 гр. ҡаймаҡ
🔶1 сәй ҡалағы ҡабартҡыс
🔶130 гр. он
🔶250 гр. алма
✔Һыйыр майын иретәбеҙ. Ҡаймаҡ, разрыхлитель, он һалып ҡамыр яһайбыҙ һәм бер аҙ һыуытҡыста ял иттерәбеҙ.
✔Алмаларҙы ҡабығынан әрсеп, ҙур булмаған киҫәктәргә турайбыҙ.
✔Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып майланған табаға йәйәбҽҙ, оҫтөнә алманы теҙәбҽҙ. Ул арала заливка яһайбыҙ.
Заливка өсөн:
🔶1 йомортҡа
🔶40 гр. ҡаймаҡ
🔶20 гр. он
🔶30 гр. шәкәр ҡомо
✔Барыһын ҡушып болғатабыҙ ҙа алмалар өҫтөнә ҡоябыҙ.
✔Алдан йылытылған духовкаға 180 градусҡа 40 минутҡа ҡуябыҙ. Ул арала меренга яһайбыҙ.
Меренга өсөн:
🔶2 йомортҡа ағы
🔶30 гр. шәкәр пудраһы
✔Йомортҡа ағын һәм шәкәр пудраһын бергә миксер ярҙамында купертәбеҙ.
✔Бәлеште 40 минуттан һуң алып өҫтөнә меренга һылайбыҙ. 10 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.

Комментарии