#Ҡушылып_йырлайыҡ

Төшкө "Сәләм"дә Фирдүс Тямаев репертуарынан популяр йыр тыңларға һәм ҡушылып йырларға саҡырабыҙ.
Яңғыҙ торна
Төштәремә кер әле бер,
Хәлдәремде бел әле бер,
Һинең йылы ҡосағыңа мохтаж сағым
Бәргеләнә, өҙгөләнә йәтим йәнем.
Ҡайнар утта янам,
Боҙло һыуҙа ҡалам,
Ни хәл итәйем икән?
Нисек үтәйем икән
Тормош тулҡындарын?
Мин бит яңғыҙ торна,
Зинһар аҙаштырма.
Ни хәл итәйем икән?
Нисек түҙәйем икән
Тормош упҡындарын?
Була икән шундай мәлдәр,
Шәмдәлдәрҙә һүнә шәмдәр.
Урғый ҡайғы- хәсрәтемдең тулҡындары,
Томоролоп көтөп торған упҡындары.
Тауҙар-таштар ишелер кеүек,
Барыр юлдар киҫелер кеүек.
Бәхет тиеп алданғаным бары рәшә,
Ҡотҡарыусым бул әле тип һиңә өндәшәм.

ЯЛГЫЗ ТОРНА ))). ФИРДУС ТЯМАЕВ.

Комментарии

Комментариев нет.